cookie

نحن نستخدم ملفات تعريف الارتباط لتحسين تجربة التصفح الخاصة بك. بالنقر على "قبول الكل"، أنت توافق على استخدام ملفات تعريف الارتباط.

avatar

ЮЛДАШ радиоһы

إظهار المزيد
مشاركات الإعلانات
2 565
المشتركون
+524 ساعات
+187 أيام
+9330 أيام

جاري تحميل البيانات...

معدل نمو المشترك

جاري تحميل البيانات...

Торналар бейегәнен күргәнегеҙ бармы? Фотоһүрәт Дәүләкән районында төшөрөлгән.
إظهار الكل...
👍 7
Photo unavailableShow in Telegram
Тәбиғәттең мөғжизәһеме? Республикала көҙгә хас булмаған тәбиғәт күренеше күҙәтелә. Саҡмағош районында йәшәүселәр ошо көндәрҙә сирень сәскә атыуы тураһында хәбәр итә. Баҡсасылар белдереүенсә, был һирәк күренеш. Ул аномаль һауа шарттары менән бәйле булыуы ихтимал, - ти белгестәр.
إظهار الكل...
4
Photo unavailableShow in Telegram
Рәсәйҙә ҡан донорҙары ирекмәндәргә тиңләштерелә. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдергән. Документ Дәүләт Думаһында ҡарала. Донорҙар волонтерҙар кеүек үк льготаларға эйә була.  Шулай уҡ уларға ҡан тапшырған көндә ял бирелә.  Республикала 30 меңдән ашыу ҡан доноры  иҫәпләнә. Ә һеҙ ҡан доноры булырға әҙерһегеҙме, хөрмәтле дуҫтар? Ҡан тапшырғанығыҙ бармы?
إظهار الكل...
4
Photo unavailableShow in Telegram
Илеш яугире Президент Владимир Путиндың Указы буйынса Жуков миҙалы менән бүләкләнде. Был турала район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин телеграм-каналында белдергән. Илеш егете махсус хәрби операцияла водитель-санитар булып хеҙмәт итә. Ул 2023 йылдың майынан башлап алғы һыҙыҡта. “Һалдат Донбаста ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның һәм барлыҡ яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ”, - тигән хакимиәт башлығы. 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе Ҡораллы көстәргә алыу дауам итә. Башҡортостандан контракт буйынса хеҙмәткә юлланған яугирҙәргә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса түләнә. Махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән, штурмда ҡатнашҡан, дошмандың техникаһын юҡ иткән йәки ҡыуып алып киткән хәрбиҙәргә өҫтәмә аҡса ҡарала. Белешмә алыу өсөн 117 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19.
إظهار الكل...
3🥰 1
Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһы аша күпер ремонтлана. Уның оҙонлоғо 147 метр. Быйыл күпер һүтелә, яңы таяуҙар урынлаштырыла. Капиталь ремонтты киләһе йыл аҙағында тамамлау планлаштырыла.
إظهار الكل...
Өфөлә Рәшит Шәкүрҙең китабы баҫылып сыға. Авторы, төҙөүсеһе - әҙип үҙе. Йыйынтыҡҡа ул уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан башлап халыҡ араһында йөрөп, шулай уҡ бүтән төрлө сығанаҡтар аша йыйған йырҙар, риүәйәттәр, легендалар, йыр-көй тарихтары, әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр, эпик әҫәрҙәр тупланған. Авторҙың фольклор экспедициялары тураһындағы яҙмалары "Юлдар миңә йырҙар бүләк итә" тигән исем аҫтында айырым бүлек итеп бирелгән. Проекттың етәксеһе - Рәшит Шәкүрҙең ҡыҙы, Башҡорт фольклоры фәнни-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова. Рәшит Шәкүр быйыл 87 йәшендә вафат булды. Сығанаҡ: "Ҡоролтай".
إظهار الكل...
👍 3
Заглянул в новый магазин «Китап», который переехал на улицу Ленина в Уфе. Здесь много интересного, есть книги на русском и башкирском языках. Не удержался, купил рассказы для детей, альбом с фотографиями старой Уфы, люблю их рассматривать. И «Заветы Акмуллы». Все мы знаем его «Башкиры, учитесь!». Перечитаю ещё раз, интересно. Магазин расположен в удобном месте, на ул. Ленина, 26. Всех приглашаю.
إظهار الكل...
💯 5👍 2
Photo unavailableShow in Telegram
Рәсәйҙә 13-сө пенсия түләргә тәҡдим итәләр. Дәүләт Думаһының вице-спикеры Борис Чернышев белдереүенсә, ошо турала закон проекты йыл аҙағына тиклем парламент ҡарауына тапшырыла. Ул ҡабул ителһә хаҡлы ялдағыларға йыл һайын бер тапҡыр өҫтәп, тағы бер пенсия бирелә. "Закон проекты көнүҙәк. Икенсе йыл рәттән ҙур инфляция күҙәтелә. Пенсия үҫеше хаҡтар артынан өлгөрмәй", - тине ул.
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Әйҙә, Айғырға сәйәхәткә! Айғырға 10 вагонлы "Финист" йөрөй башлай. Өфө-Белорет йүнәлешендә поездар һыйҙырышлығын арттырыу буйынса эш алып барыла. Алдағы ял көндәрендә туристар күпләп барған урынға "Финист" поезы ебәрелә.
"Башҡортостанға заманса электр поезының икенсе составы килде. 10 вагонлы поезд 2 400 кеше һыйҙыра", - тип белдерҙеләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.
إظهار الكل...
👍 6 2
Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаевтың исеме мәңгеләштерелде. Аҡбулат ауылында Башҡортостандың халыҡ шағирына мемориаль таҡтаташ асылды. Ул уҙған быуаттың 50-се йылдарында ошонда педагогия училищеһында белем алған. Таҡтаташты Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән. Рауил Бикбаев 2019 йылда 80 йәшендә вафат булды.
إظهار الكل...
2
اختر خطة مختلفة

تسمح خطتك الحالية بتحليلات لما لا يزيد عن 5 قنوات. للحصول على المزيد، يُرجى اختيار خطة مختلفة.