cookie

نحن نستخدم ملفات تعريف الارتباط لتحسين تجربة التصفح الخاصة بك. بالنقر على "قبول الكل"، أنت توافق على استخدام ملفات تعريف الارتباط.

avatar

Урал аръяғы яңылыҡтары «Атайсал» гәзите

Региональная газета "Атайсал"

إظهار المزيد
مشاركات الإعلانات
204
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-17 أيام
-230 أيام

جاري تحميل البيانات...

معدل نمو المشترك

جاري تحميل البيانات...

Photo unavailableShow in Telegram
САҒАН. Леонтий Шишконың КЛЁН шиғырына тәржемә. Йылға ярында сағандар Шауланы елгә. Тик сағандар шаһит ине Беҙҙең һөйөүгә. Сағандар янында хәҙер Йөрөй ел генә... Урап үтте беҙҙе һөйөү Төш кеүек кенә. Торналарҙың өсмөйөшө Юлға ҡуҙғала. Үткән йәйемде һағынып Йөрәк һыҙлана. Дүрт тарафҡа һағышымды Таратам, йәйеп. Ҡабатланмаҫ өсөн китте Мөхәббәт йәйем. Кәрәкмәй хәҙер күрешеү- Сәскәләр биреү... Һөйөү ерләнгән урынға Ҡабаттан килеү. Күрешеүҙәр кәрәк түгел - Һөйөүҙәр үтте. Хистәребеҙҙең өҫтөнә Күк үлән үҫте. Гөлзифа Исрафилова. 10.10.2023.
إظهار الكل...
ДАН ҺИҢӘ, ИГЕНСЕ! Ауыл хужалығы эшсәндәренең эшһөйәрлеге һәм яҡшы тормошҡа ынтылышы һәр башаҡта сағыла. Был ябай ғына хеҙмәт түгел, был уларҙың тормошо, тыуған ергә бәйлелеге. Ҡояшлы көндәр торғанда райондың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре иртә таңдан ҡара кискәсә баҫыуҙа эшләй. Эш күләме ҙур, көндәр боҙолғанға тиклем уны тамамлау зарур. Яҙғы бойҙай һәм иген культураларының өстән бер өлөшө йыйылған, уңыш гектарынан 13,2 центнер тәшкил итә. Беҙ баҫыу уңғандарының тир түгеп башҡарған һәр минутын ҡәҙерләйбеҙ, уларҙың хеҙмәте йомарт һөҙөмтә бирһен тип теләйбеҙ. Рөстәм ШӘРИПОВ, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы. 👉👉👉https://ataisal.com/news/auyl-khuzhaly-y
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Күгиҙел ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары бөгөн, матур йома көнөндә, Махсус Хәрби Операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ебәрергә тип һалма йәйеп ҡырҡтылар. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, егеттәребеҙ имен-һау, үҙ аяҡтарында тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар🤲🏻 Күңел йылыһын биреп, уларға күстәнәстәр әҙерләгән һәр кемебеҙҙең изге теләктәре, өй ризығының тәме һалдаттарға барып етһен. Рәхмәт һеҙгә ауылым әүҙемдәре! Әлиә Дауытбаева, китапханасы.
إظهار الكل...
Ивановка ауылы халҡы стартҡа баҫты! "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә ауылда "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы" исеме аҫтында көҙгө кросс ойошторолдо. Ярышта балалар баҡсаһынан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем бөтә йәштәге иң әүҙем кешеләр ҡатнашты. - Спорт менән шөғөлләнеү - ул йәмәғәт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Нәҡ спорт маҡсатҡа ынтылыш, сабырлыҡ, көс, сыҙамлыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтерә. Спорт менән теләгән һәр кем шөғөлләнә ала, иң мөһиме - теләк, - ти урындағы халыҡ.
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Рим Мостафин Жуков миҙалына лайыҡ булған. Батырҙарыбыҙ тиҙерәк һәм имен-һау яҡындары янына ҡайтһын!!!
إظهار الكل...
04:05
Video unavailableShow in Telegram
Урамы?Уратмы?
إظهار الكل...
40.65 MB
Дәүләкән районында торналар бейеүен төшөрөп алғандар. Матур, эйеме?
إظهار الكل...
اختر خطة مختلفة

تسمح خطتك الحالية بتحليلات لما لا يزيد عن 5 قنوات. للحصول على المزيد، يُرجى اختيار خطة مختلفة.